Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 22 мең медицина хеҙмәткәренә ваҡытынан алда пенсия түләнә

Йәмғиәт

Башҡортостанда 22 мең медицина хеҙмәткәренә ваҡытынан алда пенсия түләнә, тип хәбәр итте Пенсия фондының республика бүлексәһе.

Ҡануниәткә ярашлы, табиптар талап ителгән махсус эш стажы булған осраҡта, бөтәһе өсөн дә билдәләнгән пенсия йәшенә етерҙән алдараҡ пенсия алырға  хоҡуҡлы. Ауыл ерендә – 25 йылдан, ҡалала иһә 30 йылдан ашыуыраҡ эшләргә кәрәк. Һөнәри белем һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу осоро ла уларҙың хеҙмәт стажына индерелә.

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә 2020 йылдың 1 ғинуарынан 30 сентябренә тиклем эшләү осорон иҫәпләү сығарыуҙың махсус тәртибе билдәләнгән. Ваҡытынан алда пенсия алырға хоҡуҡ биргән эш көнө уларға ике стаж көнө тип иҫәпләнә.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республиканың 22 625 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәренә ваҡытынан алда пенсия түләнә, 334 медицина хеҙмәткәре ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы 2020 йылда ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғын алды.

Ҡартлыҡ буйынса ваҡытынан алда страховка пенсияһы алыу өсөн нигеҙе булған  һәр кем ошондай пенсияға хоҡуҡ биргән льготалы стаж дауамлылығын күҙәтеп барырға мөмкин.

Мәғлүмәтте дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм Пенсия фонды сайтында сервистар аша алырға була. Шулай уҡ зыянлы һәм ауыр хеҙмәт шарттары булған производствола мәшғүлдәр, педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре, «себерҙәр», стажы льготалы тип иҫәпләнгән башҡа категорияларҙың мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.

https://www.bashinform.ru/news/1606929-dosrochnuyu-pensiyu-v-bashkirii-poluchayut-22-tysyachi-medrabotnikov-/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть