Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

1 июлдән ҡайһы бер социаль пособиелар «Мир» картаһына ғына күсерелә башлай

Иҡтисад

2021 йылдың 1 июленән Социаль страховкалау фонды ҡайһы бер түләүҙәрҙе Рәсәй түләү системаһы ярҙамында ғына күсерә башлай. Шул иҫәптән улар – «декрет аҡсаһы» (йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар), баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса айлыҡ пособиелар, шулай уҡ үҙ ваҡытында радиация тәьҫиренә дусар булған хеҙмәткәрҙәргә «эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары»н түләү.

Пособие түләгәндә «Мир» картаһына күсеү 2020 йылда уҡ планлаштырылғайны. Ләкин пандемияға бәйле уның ваҡытын бер нисә тапҡыр күсерҙеләр. Уҙған йылдың декабрендә Үҙәк банк уны 2021 йылдың 1 июленә билдәләне.

2021 йылдың 30 июненә тиклем ошондай социаль ярҙам саралары алғандарға банкта «Мир» картаһына бәйләп иҫәп асырға йә иһә картаны әлеге банк иҫәбенә бәйләргә кәрәк.

Әгәр быны эшләмәгәндә йәки 10 көн эсендә банкта пособиены ҡулаҡсалата алмағанда, аҡса социаль яҡлауға кире ҡайтарыла. «Мир» картаһын яңынан асылған банк иҫәбенә бәйләһәләр, уның номерын социаль яҡлау бүлегенә бирергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/1606688-s-1-iyulya-ryad-sotsialnykh-posobiy-budut-perechislyatsya-tolko-na-kartu-mir/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть