Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә хеҙмәткәрҙәрҙең 60% прививка эшләтергә тейеш

Йәмғиәт

Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә хеҙмәткәрҙәрҙең 60% коронавирустан прививка эшләтергә тейеш, тип хәбәр итте «Коммерсант».

Мәскәүҙең баш санитар табибы Елена Андреева ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, иҡтисадтың бер нисә өлкәһендә эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең 60% өсөн вакцинация мотлаҡ.

Шулай итеп, Мәскәү – илдең Яҡут Республикаһынан ҡала коронавирусҡа ҡаршы мотлаҡ вакцинация тураһында ҡарар сығарылған икенсе, ә Мәскәү өлкәһе өсөнсө субъекты булды.

Мәскәүҙән һуң Мәскәү өлкәһе вәкилдәре лә ошондай саралар тураһында иғлан итте.

Эпидемиологтар һығымтаһы буйынса, бөгөнгә Мәскәүҙә COVID-19 менән бәйле хәл тотороҡһоҙ тип баһалана. Ун ике меңдән ашыу кеше дауаханала ята, тип билдәләне Мәскәү мэры Сергей Собянин.

Мотлаҡ вакцинация түбәндәге өлкәләрҙә эшләгәндәрҙең 60% ҡағыла:

дөйөм туҡланыу;

сауҙа;

матурлыҡ салондары, фитнес-клубтар, СПА һәм массаж салондары;

банктарҙың клиент структуралары;

транспорт;

торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм энергетика;

театр, музей, китапхана;

күп функциялы үҙәк.

Бынан тыш, указға ярашлы, Мәскәү ҡалаһының власть органдары һәм улар ҡарамағындағы ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ прививка эшләтергә тейеш.

Санитар табип ҡарарының үтәлеше өсөн эш биреүселәр яуап бирә. Улар вакцинациянан баш тартҡан хеҙмәткәрҙәрҙе эштән сығарырға хоҡуҡлы.

https://www.bashinform.ru/news/1606639-v-moskve-i-podmoskove-obyazali-vaktsinirovat-60-rabotayushchikh-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть