Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Табиптар көнөн парад һәм концерт менән билдәләйҙәр

Йәмғиәт

Иртәгә, 17 июндә, Башҡортостанда «Медицина хеҙмәткәре көнөн» билдәләйҙәр. Сәғәт 10-да Өфө ҡалаһының алты залында медицина хеҙмәткәрҙәрен федераль һәм республика наградалары менән бүләкләү тантанаһы була. Улар:

— Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министррлығының Колонна залы  (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106);

— Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залы  (Зәки Вәлиди урамы, 34а);

— Опера һәм балет театры (Ленин урамы, 5), Шаляпин һәм Грек залдары;

— Башҡорт дәүләт медицина университетының 10-сы корпусы (Театр урамы, 2);

— Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай залы (Зәки Вәлиди урамы, 40).

Сәғәт 12 -лә Башҡорт дәүләт драма театры майҙансығында медицина ойошмаларынан һәм Башҡорт дәүләт медицина университетынан ижади коллективтарҙың сығыштары башлана.

Медицина хеҙмәткәрҙәре парады көндөҙгө сәғәт 1-гә тәғәйенләнгән. Унда республиканың барлыҡ медицина округтарынан 650-нән ашыу медик ҡатнаша. Улар Башҡорт драма театрынан алып Салауат Юлаев майҙанына тиклем атлап бара.

«Торатау» конгресс-холында (Ҙур сәхнә) көндөҙгө 3-сө 30 минутта Башҡортостан Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләй.

Тантаналы сара байрам концерты менән тамамлана.

Иртәгә Башҡортостан юлдаш телеканалында ошо тантаналы ваҡиға уңайынан тура эфирҙа телемарафон ойошторола. Трансляция иртәнге 10-сы 30 минутта башлана.

https://www.bashinform.ru/news/1606581-v-ufe-iz-za-parada-medikov-perekroyut-chast-ulitsy-zaki-validi-i-spusk-k-etnoparku-vatan/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть