Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала йәштәр һаны 344 мең кешегә арта

Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта йәштәрҙең йәш сиктәрен биш йылға арттырған «Йәштәр сәйәсәте тураһында» закон проектын ҡарай. Республикабыҙҙа 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге граждандар йәштәр тип һанала башлай. Шулай итеп, йәштәрҙең һаны 344 мең кешегә артып, 1,1 миллион кешегә етергә тейеш, был республика халҡының 28 % була. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында иң йәш төбәк булып тора.

«30-35 йәшлектәрҙе борсоған мәсьәләләр 14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙең ихтыяжынан ныҡ айырыла. Йыш ҡына улар – нимәгәлер өлгәшкән, ҡайҙа барғанын һәм нимә теләгәнен аңлаған кешеләр. Дәүләт йәштәр сәйәсәте төрлө йәш төркөмдәренең ихтыяжынан сығып төҙөлөргә тейеш. Беҙ әҙерләгән закон проекты йәштәр сәйәсәтенең концептуаль нигеҙҙәрен, уның маҡсаттарын, принциптарын һәм тормошҡа ашырыу йүнәлештәрен билдәләй. Артабан республикабыҙҙа йәштәр менән эшләү системаһы ошо нигеҙҙә төҙөлә», — тине парламент спикеры Константин Толкачев.

https://www.bashinform.ru/news/1606492-v-bashkirii-chislennost-molodezhi-uvelichitsya-na-344-tysyachi-chelovek/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть