Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн Башҡортостан буйлап 186 тур әҙерләнде

Йәмғиәт

Пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн Башҡортостан буйлап 186 тур әҙерләнде. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Республикала йәшәүселәрҙең, мәҫәлән, Нефтекамала тыуып үҫкәндәрҙең бер ҡасан да Урал аръяғын, Мораҙым тарлауығын йәки Яҡтыкүлде (йәки киреһенсә) барып күрмәүен бөтөнләй дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем, — тип яҙҙы республика етәксеһе. — Шуға күрә Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында 21 июндән «Башҡортостан Республикаһында туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә пенсионерҙарға һәм инвалидтарға сертификаттар тапшыра һәм юллама хаҡының бер өлөшөн субсидиялай башлайбыҙ.

Эксперт советы пенсионерҙарға һәм инвалидтарға республика маршруттары – Әбйәлил, Мәсетле, Ғафури һәм Башҡортостандың башҡа райондарының күркәм урындары буйлап 186 социаль тур һайлап алды.

Сертификаттар теркәлгән урын буйынса республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә тапшырыла. 2021 йылда 7 793 600 һумға 905 кешене юллама менән тәьмин итеү планлаштырыла.

Турҙар исемлеген һәм ентеклерәк мәғлүмәтте соцтуризмрб.рф сайтында «Турҙар исемлеге» бүлегендә ҡарарға мөмкин. Сиратҡа баҫыу өсөн йәшәгән урын буйынса республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бөтә мәғлүмәт менән үҙәктең сайтындағы «Түләүҙәр һәм пособиелар» – «Социаль туризм» бүлегендә танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1606498-dlya-pensionerov-i-invalidov-prigotovili-186-sotsialnykh-turov-po-bashkirii/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: туризм
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть