Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала йод ҡушылған һөт продукцияһы сығара башлайҙар

Иҡтисад

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йод менән байытылған һөт ризыҡтары рецептарын әҙерләйҙәр. Кәрәкле документтарҙы алғандан һуң «Һөт кухняһы» предприятиеларында биойодлы продукция етештерелә башлай.

Был хаҡта Башҡортостандың сауҙа министры Алексей Гусев республика хөкүмәтендәге оперативкала хәбәр итте.

«Бөтә донъяла йодҡа ҡытлыҡ проблемаһы бар, был мәсьәлә республикабыҙ өсөн дә көнүҙәк. Әле биойод рәүешендә өҫтәмә әҙерләйбеҙ. Хәҙерге көнгә тиклем йодоказеин билдәле ине, беҙҙең осраҡта йодтың молекулаһы аҡһымдың молекулаһына индерелә», — тине Гусев.

Уның һүҙҙәренсә, элек, өҫтәмәне әҙерләй башлар алдынан, ата-әсәләрҙең фекере менән ҡыҙыҡһындылар: уларҙың күпселеге ыңғай ҡараны.

Хәҙер йодлы һөт аҡһымы менән байытылған һөт продукцияһын лабораторияла һынау бара.

«Рецептура һәм техник шарттар үҙенсәлекле, тап беҙҙәң төбәк өсөн әҙерләнгән», —  тип билдәләне Гусев.

https://www.bashinform.ru/news/1606431-v-bashkirii-budut-vypuskat-yodirovannuyu-molochnuyu-produktsiyu/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть