Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә асылды

Йәмғиәт

Өфөлә 1 июндә һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә асылды. Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн 10 ял итеү урыны әҙерләнгән. Унда ҡотҡарыусылар эшләй, уңайлы һәм хәүефһеҙ ял өсөн бөтә шарттар бар. Атап әйткәндә, Дим районында – «Карьер», Калинин районында – «Ҡомло», «Гольфстрим», «Ожмах яры», Киров районында — «Ҡояшлы», Ленин районында – «Йылғасы» стадионы янында, «Аҡ Яр Затон», «Аҡ Яр Нижегородка», Октябрь районында «Ҡояш яры», «Сипайлово сочийы» пляждары.

«Май айы аномаль эҫе булғанлыҡтан, ҡала халҡы һыу инеү тыйылған урындарҙа ял итеүгә өҫтөнлөк бирҙе. Ошо осорҙа ғына баш ҡалала һыуҙа өс бәхетһеҙ осраҡ теркәлде, 17 кеше, шул иҫәптән өс бала ҡотҡарылды», — тип хәбәр иттеләр идаралыҡтан.

Һыуҙа фажиғәгә юл ҡуймау өсөн Өфөлә һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа иҫкәртеү рейдтары ойошторола.

«Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырмаһа ла, һыу инергә теләүселәр бар. Бөтәһе лә махсус пляждарҙа ял итмәй. Көн һайын Граждандарҙы яҡлау идаралығы, Йәмәғәт именлеге үҙәге һәм район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре «Һыу инергә ярамай!» тигән билдә ҡуйылған урындарҙа ял итеүселәр менән әңгәмәләр үткәрә һәм һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында ҡулланма тарата», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Баш ҡаланың һыу инеү рөхсәт ителмәгән пляждарында рейдтар һыу инеү миҙгеле тамамланғансы үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/1600746-v-ufe-ofitsialno-otkrylsya-kupalnyy-sezon/

      

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть