Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республика умартасылары бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы тураһында белдерҙе

Йәмғиәт

Башҡортостандың Күгәрсен районы мәҡсүт ауылында Хәбибуллиндар ғаиләһе 135 умартаһын юғалтҡан. «Күгәрсен хәбәрҙәре» гәзитенә ғаилә башлығы Эльдар хәбәр итеүенсә, бал ҡорттар күпләп ҡырыла башлаған. Умартасылар умарталарҙы урманға ла, яланға ла сығара алмай, сөнки биләмәләрҙе инсектицидтар, пестицидтар һәм гербицидтар менән эшкәртәләр. Был сара ебәк күбәләгенең таралыуына бәйле. Тап шул сәбәпле республиканың биш районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.

Умартасыларҙы ошо сара тураһында иҫкәрткәндәр һәм умарталыҡты үҙҙәренең участкаһында ҡалдырырға кәңәш биргәндәр.

Әйткәндәй, бер бал ҡорто ғаиләһенең хаҡы 8 меңгә барып баҫа, йәғни Хәбибуллиндарҙың миллион һумдан ашыу зыян килгән.

Әгәр алынмаған бал уңышын да  иҫәпләгәндә, ул дүртмиллион һум була.

Ейәнсура районында ла бал ҡорттарының күпләп үлеүе күҙәтелә.

https://www.bashinform.ru/news/1600729-pchelovody-bashkirii-zayavili-o-massovoy-gibeli-pchel-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть