Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Өфөнөң элекке мэры Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Йәмғиәт

Шишәмбе Саҡмағош районы Иҫке Бәшир ауылында 2020 йылда COVID-19 эҙемтәләренән ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән Өфө мэры Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы.

Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Латипов исемендәге урта мәктәпкә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Саҡмағош районы башлығы Реканс Ямалиев ҡатнашты.

«Тормош шулай ҡоролған, беҙ яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы юғалтабыҙ, улар беҙҙең йөрәктә, хәтерҙә ҡала. Был минең өсөн генә түгел, әсәһе һәм бөтә яҡындары өсөн дә уңалып бөтмәгән яра. Өлфәт Мансур улы биҙ аҙ эшләп өлгөрҙө, ләкин ошо ваҡыт эсендә Өфө үҙгәрҙе. Пландар ҙур ине. Районда күп ярҙам итте. Тыуған республикаһы, ҡалаһы һәм районы өсөн күп эштәр башҡарырҙай йәшендә китеп барҙы. Беҙ уны онотмаҫбыҙ, әлбиттә. Мемориаль таҡтаташ асыуыбыҙ шәп, балаларыбыҙға, йәштәребеҙгә ошо ерҙә лайыҡлы йәшәгән, эшләгән шәхестәрҙе белергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Таҡтаташ асыу тантанаһына Өлфәт Мостафиндың әсәһе Миләүшә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы ла килгәйне. Ул республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе һәм уға эшендә уңыштар теләне.

Шулай уҡ класс етәксеһе Миләүшә Ғилметдинова һәм класташы Ринат Биков сығыш яһаны. Уҡытыусы уҡыған йылдарҙа Өлфәт Мансур улының әүҙем, тәртипле уҡыусыларҙың береһе булыуын, артабан һәр ваҡыт илһөйәр булыуып ҡалыуын һәм бер ҡасан да яҡташтарын онотмауын билдәләне.

Ҡунаҡтар мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды, мәктәп музейы һәм Өлфәт Мостафиндың башланғысы менән йыһазландырылған технология кабинетын ҡараны.

«2019 йылдың декабрендә ошо технология кабинеты йыһазландырылды. Маҡсат – мәктәпте тамамлаған балалар баҙар иҡтисадында юғалып ҡалмаһын, ә үҙҙәрен тапһын, ниндәйҙер һөнәр алып сыҡһын. Әлеге ваҡытта ҡыҙҙарыбыҙ был кабинетта бик теләп шөғөлләнә, тегеү серҙәренә төшөнә һәм хужабикә белергә тейешле һөнәрҙәргә өйрәнә», — тип һөйләне мәктәп директоры Гөлназ Хәсәнова.

Класс етәксеһе Миләүшә Ғилметдинова әйтеүенсә, Өлфәт Мансур улының тәҡдиме буйынса үҙе тамамлаған Өфө технология һәм дизайн колледжы менән килешеү ҙә төҙөлгән.

«Колледж уҡытыусылары уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Пандемия ваҡытында ошо кабинетта битлектәр тегеп, ауыл халҡына тараттыҡ. Бөтәһе 1000-гә яҡын битлек тектек», — тине педагог.

https://www.bashinform.ru/news/1600683-v-bashkirii-otkrylas-memorialnaya-doska-v-pamyat-o-pokoynom-mere-ufy-ulfate-mustafine/                    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть