Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын ҡалдыра

Сәйәсәт

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов отставкаһын ҡабул итүҙәрен һорап ғариза яҙған. Ғаризаның фотоһын ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.

«Булды, иреккә таҙа намыҫ менән, — тип яҙған Мырҙағолов фото аҫтына. — Власть һәм сәйәсәт миңә тура килмәй».

Ул шулай уҡ «йәшәү өсөн яңы мотивациялар» эҙләүен хәбәр иткән: «Бөтәһенә лә бойороп тороу – минең өсөн мотивация түгел. Ни өсөн берәүҙең миллиондарға бойороҡ бирә алыуын бөтөнләй аңламайым. Ул миллион тапҡырға аҡыллыраҡ була алмайҙыр бит».

Йәмәғәт палатаһында ошондай ғаризаның булыуы тураһында мәғлүмәтте раҫланылар.

«Ростислав Мырҙағолов палата ултырышын йыйыуҙы һораны, — тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән. — Йәмәғәт палатаһы ағзалары уның рәйес вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында ғаризаһы буйынса ултырыш үткәрә».

https://www.bashinform.ru/news/1600659-predsedatel-obshchestvennoy-palaty-bashkirii-pokidaet-svoy-post-/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть