Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостанда айыҡ һабантуйҙар ғына уҙғарыу тураһында иҫкә төшөрҙө

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика муниципалитеттарында һабантуй ойошторолған көндәрҙә хәмер һатырға ярамағанын хәтергә төшөрҙө.

«Һабантуйҙарҙы үткәрергә кәрәк, халыҡ һағынған. Йөҙәтеп бөтөрҙөм инде, ләкин һабантуйҙарҙы айыҡ уҙғараһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына дүшәмбе хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә. — Һабантуй көнөндә биләмәлә алкоголь һатылмаһын. Беҙҙе әрләйҙәр, ҡайҙалыр көләләр, аҫтыртын йылмаялар, әммә беҙ дөрөҫ эшләйбеҙ. Сөнки кешеләр балалары менән күңел асырға килә, ә иҫеректәргә ҡарарға түгел».

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 4 июндә Башҡортостанда һабантуйҙар башлана. Тәүгеләрҙән булып һабан байрамын Йылайыр районында билдәләйҙәр.

5 июндә Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Иглин, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Тәтешле, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл райондары игенселәре һабантуй үткәрә.

Башҡортостанда һабантуй уҙғарыуҙың тулы графигы менән бында танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1599994-radiy-khabirov-napomnil-o-provedenii-tolko-trezvykh-sabantuev-v-bashkirii/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть