Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Республикала ҡойма ямғыр ваҡытындағы юл фажиғәһендә бер кеше вафат, дүртәүһе – дауаханала

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда ҡойма ямғыр ваҡытындағы юл фажиғәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән, дүртәүһе – дауаханала. Авария киске сәғәт туғыҙ тирәһендә Архангел районында Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлының 61-се саҡрымында булған.

Республика Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәте буйынса, Сибайҙан 36 йәшлек водитель идаралығындағы «Лада Приора» менән  ҡаршыға килгән «Mitsubishi Lancer» бәрелешкән. Рулдә Өфөнән 50 йәшлек ир ултырған.

«Аварияла илебеҙ автомобиленең 57 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында йән биргән. Уның водителе дауаханаға оҙатылған. «Mitsubishi» автомобиленән өс пассажир, 45  һәм 36 йәшлек ике ҡатын, шулай уҡ 46 йәшлек ир дауаханаға ебәрелгән. Юл фажиғәһе ямғыр ваҡытында боролошта булған. Тикшереү башланған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-да.

https://www.bashinform.ru/news/1599935-v-bashkirii-v-dtp-pod-prolivnym-dozhdem-skonchalsya-odin-chelovek-eshche-chetvero-v-bolnitse/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть