Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Өфө Сик һаҡсылары көнөндә Сахалиндан Брест ҡалаһына тиклем «Еңеү» эстафетаһы флагын ҡабул итте

Йәмғиәт

28 майҙа йәшел береттар берләшмәһе вәкилдәре Өфөнөң Еңеү паркына йыйылды. Бөгөн Рәсәй Сик буйы ғәскәрҙәре көнөн билдәләй. Һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы, ветерандарҙы һәм беҙҙең көндәргә тиклем йәшәй алмағандарҙы оло хөрмәт менән иҫкә алдылар. Сарала баш ҡала, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы һәм республика буйынса Именлек органдары ветерандары советы етәкселәре ҡатнашты.

Шулай уҡ паркта Сахалиндан Брест ҡалаһына тиклем «Еңеү» эстафетаһы флагы тапшырылды. Бөтә Рәсәй Сик буйы һаҡсылары берләшмәһенең илһөйәрлек акцияһы 9 майҙа Корсаков ҡалаһында башланды. Өфөнән һуң флаг Ҡазанға юллана. Эстафета 21 июндә Бреста тамамлана. Флаг герой-ҡалала Брест ҡәлғәһе музейына тапшырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1599055-ufa-v-den-pogranichnika-prinyala-flag-estafety-pobeda-ot-sakhalina-do-bresta/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть