Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Терра Башҡортостан» турнирын уҙғарыу өсөн 1,36 миллион һум бүленә

Иҡтисад

Өфөлә «Терра Башҡортостан» турнирын уҙғарыу өсөн 1,36 миллион һум бүленә. Был хаҡта мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Заказсы – «Аҡбуҙат» йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге.

Контрактта 2021 йылда «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының өс этабын ойоштороу һәм үткәреү буйынса хеҙмәттәрҙе түләү ҡаралған. Һәр этап 452 мең һумға баһаланған. Килешеү төҙөргә тейешле компания-башҡарыусының исеме күрһәтелмәй.

Документҡа ярашлы, финанслау сығанағы – башҡа маҡсаттар өсөн субсидиялар.

Башҡарыусы дөйөм концепция һәм сценарий, ижади коллективтар, алып барыусылар, артистар ҡатнашлығындағы сараның программаһын төҙөргә, музыкаль материал һайларға, видео- һәм фотоматериалдар әҙерләргә, сараны тура эфирҙа алып барыуҙы тәьмин итергә бурыслы.

«Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының беренсе этабы 2021 йылдың 22 майында уҙҙы. Икенсе этап – 5 июндә, өсөнсөһө 19 июндә ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/1598974-v-ufe-na-provedenie-skachek-terra-bashkiriya-napravyat-1-36-mln-rubley/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть