Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреү ситуация үҙәге эшләй

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреү төбәк ситуация үҙәге үҙ эшен дауам итә. Ойоштороу комитеты ағазалары, партияның төбәк башҡарма комитеты хеҙмәткәрҙәре, юристар һәм IT-белгестәр тауыш биреү барышын күҙәтә һәм штаттан тыш ситуацияны хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Ситуация үҙәгендә алдан тауыш биреү кандидаттары һәм һайлаусылар өсөн ҡыҙыу элемтә эшләй: (347) 226-78-05.

30 майҙа иртәнге сәғәт 8-се 30 минутта ситуация үҙәге иҫәп (һайлау) участкаларын асыу һәм тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар, закон боҙоу осраҡтары, участкаларҙы ябыу буйынса мәғлүмәттәрҙе ҡабул итә башлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-30 майҙа тотош илдә электрон алдан тауыш биреү уҙғарыла. 30 майҙа ҡайһы бер төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда килеп тауыш биреү өсөн һайлау участкалары асыла. Алдан тауыш биреүгә йомғаҡ июнь башында яһала.

Сентябрҙә бөтә кимәлдәге һайлауҙа партиянан күрһәтелергә тейешле кандидаттарҙың исемлектәре 19 июндә Мәскәүҙә раҫлана.

https://www.bashinform.ru/news/1598694-v-bashkirii-rabotaet-situatsionnyy-tsentr-predvaritelnogo-golosovaniya-edinoy-rossii-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть