Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда 30 майҙа алдан тауыш биреү өсөн 680 иҫәп участкаһы асыла

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ең алдан тауыш биреүендә 30 майҙа 680 иҫәп участкаһы асыла. Быйыл республикабыҙҙа тауыш биреү ҡатнаш система буйынса уҙғарыла, тимәк, һайлаусылар электрон, шулай уҡ теркәлгән урын буйынса иҫәп участкаларында тауыш бирергә мөмкин.

«Республикала «Дәүләт хеҙмәттәре» сайты менән аҙыраҡ ҡулланған ауыл халҡының күберәк, интернетҡа инеү ҡатмарлыҡ тыуҙырған биләмәләр булыуға бәйле, электрон тауыш биреү менән бергә беҙҙә участка иҫәп комиссиялары биналарында тауыш биреү бара. Положениела билдәләнгәнсә, иҫәп комиссияларының һаны участка һайлау комиссиялары һанынан 20% кәм булмаҫҡа тейеш, шул рәүешле 30 майҙа 680 участкала тауыш биреү ойошторола», — тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Участкалар социаль учреждениеларҙа урынлаша: 33% — белем биреү ойошмаларында, 54% — мәҙәниәт һарайҙарында һәм ауыл клубтарында, 10% — ижад үҙәктәрендә, китапханаларҙа, спорт үҙәктәрендә һәм ТКХ ойошмаларында.

https://www.bashinform.ru/news/1598726-v-bashkirii-30-maya-otkroyutsya-680-schetnykh-uchastkov-dlya-predvaritelnogo-golosovaniya-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть