Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Өфөнөң элекке вице-мэры Алина Сөләймәнова ТНВ каналының башҡарма директоры вазифаһына тәғәйенләнде

Йәмғиәт

Өфө хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары Алина Сөләймәнова «Татарстан — Яңы Ғасыр» каналының башҡарма директоры вазифаһына тәғәйенләнде.

Был хаҡта мәғлүмәтте «Башинформ»ға Сөләймәнова үҙе раҫланы. Яңы етәксе дүшәмбе, 31 майҙа, эшкә тотона.Уның һүҙҙәренсә, яңы вазифала ул «ТНВ Татарстан» һәм «ТНВ-Планета» каналдары тапшырыуҙары мәсьәләләре өсөн яуап бирә.

Алина Сөләймәнова – Өфө ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Башҡортостан телевидениеһы хәбәрсеһе булып башлай. «БСТ» һәм «Рәсәй. Башҡортостан» каналдарында бик күп проекттары авторы һәм алып барыусыһы. 2016 йылда «Вся Уфа» компанияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2018 йылдың декабренән 2021 йылдың апреленә тиклем Өфө вице-мэры, йәмәғәтселек менән бәйләнеш, мәғариы һәм мәҙәниәт мәсьәләләре өсөн яуаплы була.

«ТНВ Татарстан» һәм «ТНВ-Планета» Татарстан Республикаһының һәм Волга буйының төп медиахолдингына – «Шаян-ТВ», «Майдан-ТВ», «Болғар» радиостанцияһын һәм интернет-порталды үҙ эсенә алған «Яңы Ғасыр» телерадиокомпанияһына инә.        

https://www.bashinform.ru/news/1598731-byvshiy-vitse-mer-ufy-alina-suleymanova-zanyala-post-ispolnitelnogo-direktora-kanala-tnv/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть