Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине ҡиммәтләнде

Иҡтисад

Республикала ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә кишер, кәбеҫтә һәм картуф тәүге урында тора, тип белдерҙеләр Башстатта.

Башҡортостанда хаҡ күбеһенсә кишергә артҡан – 11,6 процентҡа, бер килограмы — 58 һум.

Бер аҙнала яңы өлгөргән кәбеҫтә 7,1 процентҡа – килограмы 28 һумға тиклем ҡиммәтләнгән. Картуф – 4,4 процентҡа. Уның уртаса хаҡы хәҙер 41 һум тора.

Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ тоҙ, башлы һуған, шоколадлы кәнфиттәр, алма, карамель, һарыҡ ите, эремсек, сусҡа ите, икмәк, тары ярмаһы, макарон, сыр, йомортҡа, печенье, маргарин, ҡара сәй, айыртылмаған һөт, үҫемлек майы бар.

Республикала бер аҙнала яңы өлгөргән ҡыяр 7,9 процентҡа арзанайған. Бөгөн уның бер килограмының уртаса хаҡы — 111 һум.

Помидорҙың бер килограмы уртаса 127 һумға төшә.

Ярым ыҫланған һәм бешкән-ыҫланған колбаса бер аҙна эсендә уртаса 2,7 процентҡа арзанайған.

Хаҡы төшкән аҙыҡ-түлек исемлегендә: он, балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт ҡатышмаһы, ит консервалары, ҡарабойҙай, сосиска, сарделька, тауыҡ, дөгө, балалар туҡланыуы өсөн ит консервалары, аҡ май.

Вермишелгә, һыйыр итенә хаҡ үҙгәрмәгән — бер килограмы 67 һум, 375 һәм 342 һум тора.

https://www.bashinform.ru/news/1598600-v-bashkirii-podorozhala-produktovaya-korzina/          

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть