Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда балаларға газ һәм ҡабыҙғыстар һатҡан өсөн штраф индерелә

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында балаларға шыйыҡландырылған углеводород газын һатыу өлкәһендә сикләүҙәрҙе боҙған өсөн штраф билдәләнде. Һатыуҙы тыйыу һәм закон боҙғандарға санкциялар индереүҙең берҙән-бер маҡсаты – үҫмерҙәр араһында сниффингтың (токсикоманияның бер төрө, үҫмерҙәр газ еҫкәп иҫерә) таралыуын туҡтатыу.

«Былтыр көҙ беҙ бәлиғ булмағандарға ошондай продукция һатыуҙы тыйған закон ҡабул иткәйнек, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Һүҙ көнкүрештә файҙаланыу өсөн газ менән теләһә ниндәй һыйышлыҡтар, ҡабыҙғыстар тураһында бара».

Ғәмәлдәге тәртипте боҙған өсөн штраф күләме түбәндәгесә: граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 20-25 мең, юридик шәхестәргә – 30-40 мең һум. Ҡабаттан закон боҙған осраҡта штраф күберәк: граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик шәхестәргә – 50-70 мең.

https://www.bashinform.ru/news/1598509-v-bashkirii-dlya-borby-s-toksikomaniey-vvodyatsya-shtrafy-za-prodazhu-detyam-gaza-i-zazhigalok/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть