Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостанда һабантуйҙар уҙғарыу графигын раҫланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда республика ҡалаларында һәм райондарында һабантуйҙар уҙғарыу графигын раҫланы.

Республика етәксеһе указына ярашлы, Башҡортостанда һабантуйҙар 4 июндә башлана. Был көндә һабан байрамын тәүгеләрҙән булып Йылайыр районында үткәрәләр.

5 июндә Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Иглин, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Тәтешле, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл райондары игенселәре һабантуй уҙғара.

12 июндә — Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Борай, Ғафури, Дыуан, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Федеоровка, ә 13 июндә Шаран районы халҡы һабантуй ойоштора.

19 июндә Бәләбәй, Белорет һәм Краснокама райондарында һабан байрамы була.

26 июндә – Баймаҡ районында.

8 июлдә – Учалы районында.

10 июлдә — Ишембай районында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һабантуй көндәрендә муниципалитеттарҙа «ҡоро закон» ғәмәлдә.

https://www.bashinform.ru/news/1598401-radiy-khabirov-utverdil-grafik-provedeniya-sabantuev-v-bashkirii/            

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть