Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда һабантуйҙар уҙғарырға һәм пляждарҙы асырға рөхсәт ителде

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгәндә махсус йыһазландырылған пляждар эшләргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта мотлаҡ битлек кейеү тураһында талап пляждарға ҡағылмай.

Республика райондарында һабантуйҙар Башҡортостан Башлығының тейешле указы менән раҫланған график буйынса ойошторола. Ойоштороусылар тораҡ пункттарҙың асыҡ майҙансыҡтарында дезинфекция сараларын үткәреү, сауҙа предприятиеларында коронавирусты иҫкәртеү тәҡдимдәрен һәм Роспотребнадзор идаралығының башҡа талаптарын үтәргә бурыслы.

Һабантуй майҙанын халыҡтың социаль аралыҡты үтәү мөмкинлеген иҫәпкә алып һайларға кәрәк. ойоштороусылар шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың битлектә булыуын контролдә тоторға, термометрия һәм дезинфекция үткәрергә, ҡулдарҙы таҙартыу өсөн шарттар булдырырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/1598354-v-bashkirii-razreshili-provodit-sabantui-i-otkryvayutsya-plyazhi/    

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть