Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.56

EUR 85.46

20 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы йыуыу сараларын етештереү һәм яңы газ торбаһы эшенә старт бирҙе

Иҡтисад

Илдә билдәле экспозицияларҙың береһе – «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе Башҡортостандың баш ҡалаһында 29-сы тапҡыр үткәрелә һәм бөгөн йәнә тармаҡтың төп компанияларын бергә йыйҙы. Ошо йылдар эсендә күргәҙмә Рәсәй нефть-химия тармағының мөһим ваҡиғалары иҫәбенә инде. Тантана башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нефть-газ тармағында файҙаланылған яңы техника һәм ҡорамал өлгөләрен ҡарап сыҡты.

Күләмле экспозицияла илдең 31 төбәгенән 260-тан ашыу компания яңы технологиялар, ҡорамалдар, хеҙмәттәр менән таныштыра.

«Нефть-газ тармағы үҫеше мөмкинлектәрен тикшереү өсөн май айында йола буйынса Башҡортостанға йыйылабыҙ. Уҙған ковидлы йылдан һуң был осрашыу айырыуса мөһим, һөйләшәһе һүҙҙәр байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: форумда йыл һайын яңы производстволарға старт бирәбеҙ, быйыл да ошо эштән ситтә ҡалмайбыҙ. Бөгөн бында — фәндә тәүге аҙым яһай башлаған студенттар һәм уҡыусылар, уларға дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырырбыҙ», — тине Радий Хәбиров асыу тантанаһында.

Республика етәксеһе Башҡортостан сода компанияһының «Эколь» предприятиеһында кер йыйыу порошоктары һәм башҡа йыуыу саралары етештереү эшенә старт бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр октябрь айында Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта эш сәфәре ваҡытында кер йыуыу порошоктарын етештереүҙе тергеҙергә ҡушҡайны. Проект буйынса инвестициялар күләме – 275 миллион һум.

Синтетик йыуыу сараларының проект ҡеүәте – йылына 60 мең тонна. Предприятиела 120-нән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Порошоктар «Зифа» һәм «Луч» брендтары аҫтында билдәле.

Радий Хәбиров Ново-Александровка ҡасабаһын Өфөнөң Затон биҫтәһе менән тоташтырған газ торбаһы эшенә лә старт бирҙе. «Газпром» компанияһы 2025 йылға тиклем республикала тағы 164 тораҡ пунктҡа газ үткәрергә йыйына. Бөтәһе 26 меңдән ашыу йорт зәңгәр яғыулыҡлы булырға тейеш.

Радий Хәбиров Рәсәй нефть-газ-химия форумының иң йәш ҡатнашыусыларына – уҡыусыларға, балалар технопарктарында ҡатнашыусыларға – нефть тармағының киләсәгенә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/1597289-glava-bashkirii-dal-pusk-vozrozhdennomu-proizvodstvu-moyushchikh-sredstv-i-novomu-gazoprovodu-/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть