Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.56

EUR 85.46

20 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы сәбәпле ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнә

Иҡтисад

2021 йылдың 25 майынан 31 авгусына тиклем Өфөлә ауыр йөк ташыған транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Һауа температураһы 32 градустан юғары булһа, урындағы әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыштағы юлдарҙа сикләү индерелергә тейеш. Бындай көндәрҙә йөк машиналарына киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем генә йөрөргә рөхсәт ителә.

Ҡарар көндәрҙең эҫе тороуына бәйле ҡабул ителде, сөнки асфальт йылына. Был иһә, үҙ сиратында, ауыр транспорт йөрөгәндә юлдарҙың боҙолоуына килтереүе мөмкин. Өфө юлдары 2010 йылдың аномаль эҫе йәйендә айырыуса ныҡ зыян күрҙе, шуға властар ошо хәлде иғтибарға алды.

Хәҙер ҡала хеҙмәттәре асфальттың өҫтөн һыуытыу буйынса саралар күрә. Һыу һиптереү-йыуыу машиналары көсәйтелгән режимда эшләй. Һыу һиптереү юл япмаһының артыҡ боҙолоуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.

https://www.bashinform.ru/news/1597101-v-ufe-iz-za-zhary-vvoditsya-zapret-na-dvizhenie-tyazhelykh-gruzovikov-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть