Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.56

EUR 85.46

20 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә көньяҡтан ингән урында юл уҡыу йылы башланырҙан алдараҡ асыла

Иҡтисад

Өфөлә көньяҡтан ингән урында юл уҡыу йылы башланырҙан алдараҡ асыла. Бынан алда 1 сентябрҙә асыу планлаштырылғайны. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров объектты тикшереп сыҡты. Шишәмбе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул төҙөлөш майҙансығына барып, төҙөүселәр менән эштәрҙе тиҙләтеү тураһында һөйләшергә вәғәҙә биргәйне.

«Бөгөн төҙөүселәр менән аралашҡандан һуң Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юлды ике аҙнаға алдараҡ – 15 августа асырға килештек. Был ваҡытҡа юлдарҙа хәрәкәт иркен булырға тейеш. Төҙөүселәрҙең бурысты башҡарып сығырына ышанам. Команда бик яуаплы», — тине Андрей Назаров.

https://www.bashinform.ru/news/1596011-razvyazku-na-yuzhnom-vezde-v-ufe-otkroyut-do-nachala-uchebnogo-goda/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть