Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.56

EUR 85.46

20 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дымдың етешмәүе игендең уңышына кире йоғонто яһауы ихтимал: Ауыл хужалығы министрлығы

Иҡтисад

Республиканың ауыл хужалығы өсөн һауа шарттары әлегә бик уңайлы түгел. Дымдың етешмәүе уңышҡа кире йоғонто яһауы мөмкин. Хәҙер күп нәмә эште дөрөҫ ойоштороуға бәйле.

«Шыйыҡ ашламалар ҡулланыуҙы киңәйтергә кәрәклеге тураһында тәүге йыл ғына һөйләмәйбеҙ. Быйыл кемдәрҙә уларҙың запасы бар, ота инде. Сөнки яуым-төшөм булмаһа, ябай ашламаларҙың файҙаһы ҡырҡа кәмей», — тип билдәләне хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сәсеү эштәренә арналған селектор кәңәшмәһендә.

18 майға республикала яҙғы культуралар 1,7 миллион гектарҙа сәселгән, был бөтә күләмдән 84 процент тәшкил итә. Атап әйткәндә, 1,37 миллион гектар – бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар, 309,1 мең гектар – май бирә торған үҫемлектәр, 36 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

https://www.bashinform.ru/news/1594656-defitsit-vlagi-mozhet-otritsatelno-skazatsya-na-urozhae-zernovykh-minselkhoz-bashkirii/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть