Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.83 ↑

EUR 87.21 ↑

16 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала ҡала ситендәге йортта оло йәштәге ир менән ҡатынды үлтергәндәр

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың Иглин районы Боланторған ауылындағы бер йортта 14 майҙа ике пенсионерҙың кәүҙәләре табылған. Енәйәт урыны янында хоҡуҡ һаҡлаусылар тырма һәм балта тапҡан, тип хәбәр итте РЕН ТВ.

Телеканал мәғлүмәттәре буйынса, билдәһеҙҙәр 84 йәшлек бабай менән 79 йәшлек әбейгә һөжүм иткән. Әбейҙең кәүҙәһе верандала ятҡан – уның башы тишелгән. Баҡса йортонда нимәлер эҙләгәндәр, күрәһең – енәйәтселәр әйберҙәрҙе, йыһаздарҙы туҙҙырған. Башы йәрәхәтләнгән бабайҙы урамда тапҡандар, уның кәүҙәһе янында тырма ятҡан.

Тәфтишселәр «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Енәйәтселәрҙе эҙләйҙәр. Башҡортостан Республикаһы Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә комментарий биреүҙән баш тарттылар.

https://www.bashinform.ru/news/1594294-v-bashkirii-v-zagorodnom-dome-ubili-pozhilykh-suprugov/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: үлтереү
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть