Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.83 ↑

EUR 87.21 ↑

16 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө ике көнгә Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар баш ҡалаһына әүерелә

Йәмғиәт

Өфөлә нигеҙ һалынған «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты тәүге тапҡыр тотош ил кимәленә сыға. Ҡала ике көнгә Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар баш ҡалаһына әүерелә. Сара 20 майҙа «Торатау» конгресс-холында башлана.

«Лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәр, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экпресс-тестар. Сара ҡунаҡтары – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин – үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашыр һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә илһамландырыр», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Беренсе көндә — ҡатнашыусылар өсөн эшлекле программа, икенсеһендә (21 майҙа) һаулыҡ һәм үҙеңде үҫтереү хаҡында лекциялар була. Программа менән бында танышырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, асыҡ академия саралары Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1594162-ufa-na-dva-dnya-stanet-zhenskoy-stolitsey-rossii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть