Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.83 ↑

EUR 87.21 ↑

16 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика аграрийҙары миллион ярым гектарҙан ашыу яҙғы культуралар сәсте

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары 17 майға яҙғы культуралар өсөн тәғәйенләнгән майҙандарҙың  78 проценттан ашыуын сәскән, был 1 миллион 580 мең гектар. Атап әйткәндә, 1 миллион 73 мең гектар – (пландан 78,4 %) бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлылар, 295 мең гектар(86,3%) — май бирә торған үҫемлектәр, 131,3 мең гектар (65%) мал аҙығы культуралар сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү тамамланған, 36 гектар майҙанда эштәр башҡарылған.

Республиканың 13 районында һуң сәселә торған культураларҙың береһен – ҡарабойҙай сәсеүгә төштөләр, 17 майға ул 3,3 мең гектарҙа (6%) сәселгән.

17 майға яҙғы культуралар иң күп сәселгән майҙандар Илеш районында – 68 мең гектар, йәки бөтә күләмдән – 92 процент. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары 66 мең гектар сәскән (84 һәм 73 процент).

https://www.bashinform.ru/news/1594140-agrarii-bashkirii-poseyali-bolee-polutora-millionov-gektarov-yarovykh-kultur-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть