Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.83 ↑

EUR 87.21 ↑

16 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау байрамында сығарылыш уҡыусыларының күпләп йөрөүе планлаштырылмай

Йәмғиәт

Берҙәм сығарылыш көнөндә, 22 майҙа, Өфөлә сығарылыш класы уҡыусылары «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын билдәләй. Ҡаланың мәғариф бүлеге мәктәптәргә бөтә сараларҙы һауа торошона ҡарап тышта үткәрергә кәңәш бирҙе, тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Вадим Арыҫланов.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында сығарылыш уҡыусыларының күпләп йөрөүе планлаштырылмай. Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков парктарҙа, скверҙарҙа һәм башҡа йәмәғәт киңлектәрендә компетентлы органдарҙың дежурлығы ойошторорға ҡушты.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика Башлығы указына ярашлы, ата-әсәләргә паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ һәм коронавирустан вакцинация белешмәһе менән «Һуңғы ҡыңғырау»ға килергә рөхсәт ителә. Шулай уҡ был көндә Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған.

https://www.bashinform.ru/news/1594126-massovykh-gulyaniy-vypusknikov-v-den-poslednego-zvonka-v-ufe-ne-zaplanirovano/

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть