Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.03 ↑

EUR 87.35 ↓

17 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Украинанан сәйәсмәндәрҙең нисек Башҡортостан алтынында аҡса эшләүҙәрен һөйләне

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республикала ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм биләмәлә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыу буйынса ҡабул ителгән ҡарар тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбелә Баймаҡта республика етәксеһе файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, район халҡы теге йәки был участканы эшкәртеү хаҡында унда техника ингәс һәм көтмәгәндә эшкәртеү эше башланғас ҡына белеп ҡала.

«Муниципалитеттар, власть органдары, контроль-күҙәтеү органдары һәм ер аҫтын файҙаланыусылар араһында үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалырға кәрәк. Ер аҫтын файҙаланыу – эш урындары булдырырға тейешле мөһим иҡтисади эшмәкәрлек. Ләкин экологик нормалар үтәлмәгәндә ул бик һиҙгер. Шуға күрә беҙ ведомство-ара комиссия ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иттек», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе төрлө ҡыҙыҡлы факттарҙың асыҡланыуын һөйләне. Учалы районында «Альтинвест» компанияһы бенефициарҙарының береһе – украин сәйәсмәне, хөкүмәттең элекке вице-премьеры һәм Юғары Раданың экс-депутаты, «санкция исемлеге»нә индерелгән Леонид Казаченко.

Сит илдәрҙә йәки офшор зоналарында «ҡойроҡтарын йәшергән» компаниялар республика байлыҡтары менән ҡыҙыҡһына. Әйтәйек, «Златолит-Плюс» йәмғиәте Сейшел утрауында теркәлгән. «ИрәмәлБашресурс» «ярымоффшор» компанияһын ойоштороусылар – Чехия бизнесмендары.

«Иҫ киткес нәмәләр ҡылына, бер яҡтан, был законға ҡаршы килмәй. Әммә ошо  аҡсаның ҡайҙа китеүе тураһында уйланырға сәбәп бар. Аҙна дауамында миңә ведомство-ара комиссия булдырыу буйынса бөтә ҡарарҙарҙы әҙерләүегеҙҙе һорайым», — тип йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров хөкүмәт премьер-министрына.
https://www.bashinform.ru/news/1593756-radiy-khabirov-rasskazal-kak-politiki-iz-ukrainy-zarabatyvayut-na-bashkirskom-zolote-/  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть