Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.03 ↑

EUR 87.35 ↓

17 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙә әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеүҙәре ихтимал

Иҡтисад

Рәсәйҙә әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеүҙәре ихтимал. Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Татьяна Голикова бала тыуғас та әсәлек капиталын үҙаллы йорт һалыу һәм йортто төҙөкләндереү, шулай уҡ лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙарҙа белем биреү хеҙмәттәре өсөн файҙаланыу мөмкинлеген тәҡдим итте. Был турала «Известия» гәзите яҙып сыҡты.

«Сығанаҡтарҙың мәғлүмәте буйынса, вице-премьер Татьяна Голикова президентҡа ике йүнәлеш буйынса ҡағиҙәләргә төҙәтмә индереү башланғысы менән мөрәжәғәт итте: ғаиләләргә бала тыуғас та әсәлек капиталын шәхси өй һалыу һәм төҙөкләндереү өсөн файҙаланыу мөмкинлеге биреү (әлеге ваҡытта быны уға өс йәш тулғас ҡына эшләргә була); әсәлек капиталын лицензияға эйә булған шәхси эшҡыуарҙар күрһәткән белем биреү хеҙмәттәренә тотонорға рөхсәт итеү», — тиелә хәбәрҙә.
https://www.bashinform.ru/news/1593730-v-rossii-mogut-rasshirit-primenenie-matkapitala/      

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть