Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда майҙандарҙың 66,5 процентында яҙғы сәсеү тамамланды

Иҡтисад

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы тамамланыу алдында. 14 майға республика игенселәре 1,34 миллион гектар яҙғы культуралар сәскән. Был 66,5 процент, йәки кәм тигәндә бөтә күләмдең өстән ике өлөшө. Әлшәй, Илеш, Стәрлебаш, Балтас, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Бүздәк райондарында хужалыҡтар яҙғы культуралар өсөн тәғәйенләнгән майҙандарҙың 80-дән 90 процентҡа тиклеменә сәскән.

Яҙғы бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар – 928 мең гектар, май бирә торған үҫемлектәр – 253 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө – 33 мең гектар, картуф – 24 мең гектар.

Дүрт район һуң сәселә торған культура – ҡарабойҙай сәсеүгә төшкән, 14 майға ул 833 гектар майҙанда сәселгән, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/1592979-sev-yarovykh-v-bashkirii-zavershen-na-66-5-zaplanirovannykh-ploshchadey/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть