Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһының башланыуы тураһында белдерҙе

Мәҙәниәт

Йома Өфөлә «АРТ-Ҡоролтай» беренсе мәҙәниәт форумында Радий Хәбиров «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйыуын белдерҙе. Көҙҙән башлап ауыл  учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә 500 мең һумлыҡ тәүге 60 грант тапшырыла. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары муниципалитеттарында ошо дәүләт ярҙамы прогаммаһын бик көтәләр.

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «АРТ-Ҡоролтай»ҙың «Традицияларҙы һаҡлап,  киләсәкте төҙөйбөҙ» пленар ултырышы бара. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Казакова, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, илдең Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, CIOFF президенты Филипп Боссан, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнаша.

«Артабан ҡайҙа табан йүнәлеш алыу һәм мәҙәниәтебеҙ хаҡында фекер алышыу өсөн бөгөн беҙ йылына бер тапҡыр Башҡортостанда, тап Өфөлә, төрлө дәүләттәр һәм Рәсәй субъекттары вәкилдәре менән осрашыу йолаһына нигеҙ һалабыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе барыһын да Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы. Республикала Фольклориада июлдең беренсе декадаһында була, был сара Рәсәйҙә тәүгә ойошторола.

Сығышының һуңында Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне.

https://www.bashinform.ru/news/1592829-radiy-khabirov-zayavil-o-zapuske-v-bashkortostane-programmy-selskiy-rabotnik-kultury/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть