Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Яңы Моң» конкурсының финалы буласағын иғлан итте

Мәҙәниәт

Башҡортостан Башлығы «Яңы Моң» конкурсының финалы буласағын иғлан итте.

«Радик Юлъяҡшин менән «Яңы Моң» проектын башлап ебәргәс, мин, дөрөҫөн әйткәндә, уның уңыш яулауына ышанып та бөтмәгәйнем. Ләкин бөгөн проекттың Мәскәүҙән, Башҡортостандан, Татарстандан, Әрмәнстандан, Ҡаҙағстандан, Тажикстандан һәм Ҡырғыҙстандан йәш һәләтле егет-ҡыҙҙарға үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеген биргәнен күрҙем», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Төрлө илдәрҙән килгән 800 ғаризанан 60 кеше һайлап алыу турына үткән. Кастингтан һуң 17 ҡатнашыусы финалға сығыу өсөн көрәште.

Биш башҡарыусы конкурстың төп бүләктәре өсөн ярыша, улар араһында өфөләр ҙә бар.

«Һис шикһеҙ, сағыу, билдәле кешеләр, беҙҙең ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ – тәү сиратта Лина Арифуллина ҡатнашлығынан тыш проект булмаҫ ине. Ошондай саралар ойоштороуҙа ҙу тәжрибәгә эйә булғанлыҡтан, ул  конкурсҡа юғары планка ҡуйҙы», —  тип билдәләне Радий Хәбиров.

Конкурстың финалы Башҡортостан юлдаш телеканалында шәмбе, 15 майҙа, киске сәғәт 8-се 30 минутта башлана.

https://www.bashinform.ru/news/1592678-glava-bashkirii-radiy-khabirov-anonsiroval-final-konkursa-ya-y-mo-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть