Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙарына 9,5 миллиард һумлыҡ льготалы кредит хупланды

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙарына дөйөм суммаһы 9,5 миллиард һумға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредитлауға 300-гә яҡын ғариза хупланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Республика хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Кушнаренко, Дәүләкән, Илеш, Бүздәк, Бишбүләк, Йәрмәкәй һәм Күгәрсен райондарының агросәнәғәт предприятиелары льготалы кредитлау программаһында әүҙем ҡатнаша.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы баһалауы буйынса, тап льготалы ҡыҫҡа сроклы кредиттар республикала яҙғы баҫыу эштәрен финанслау нигеҙе булып тора.

Льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар йылына 1-ҙән 5% тиклем ставка менән бүленә.

Кредит алыу өсөн ғаризаны тәүҙә банк, һуңынан Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ҡарай, шулай уҡ ул махсус рөхсәте булған банктар исемлеген төҙөй.

https://www.bashinform.ru/news/1591949-agrariyam-bashkirii-odobrili-9-5-mlrd-rubley-lgotnykh-kreditov/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть