Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ашығыс рәүештә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты, шулай уҡ Ҡазандағы терактта зыян күргәндәрҙең һәммәһен дә Башҡортостан шифаханаларында бушлай реабилитация программаһы үтергә, ғаилә менән ял итергә саҡырҙы.

Бынан тыш, Радий Хәбиров зыян күргәндәргә республика күрһәтә алырҙай һәр төрлө ярҙам тәҡдим итте, тип белдерҙеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Радий Хәбиров Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановҡа, Ҡазан халҡына, мәрхүмдәрҙең туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын ебәрҙе.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 11 майҙа Ҡазан мәктәбендә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике кеше атыш ойошторған. Уларҙың береһен – 19 йәшлек егетте тотҡандар. «Известия» хәбәр итеүенсә, ҡорал тотҡан егет мәктәпкә килеп ингән дә ут асҡан. Икенсеһен махсус хеҙмәттәр бинаны штурмға алған саҡта юҡ иткән.

Экстрен хеҙмәттәрҙә РИА Новости агентлығына белдереүҙәренсә, кәмендә туғыҙ кеше һәләк булған, уларҙың күпселеге – балалар, дүртәүһе дауаханаға оҙатылған.

https://www.bashinform.ru/news/1591801-radiy-khabirov-potreboval-srochno-usilit-mery-bezopastnosti-vo-vsekh-shkolakh-bashkirii/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть