Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә 14 майҙы уҡыусылар өсөн ял көнө итеү тәҡдиме индерелде

Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә 14 майҙы уҡыусылар өсөн ял көнө итеү тәҡдиме индерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала өс эш көнө – 11, 12 һәм 14 май. 13 майҙа республикала Ураҙа байрамы билдәләнә.

«Уҡыусылар ике көн уҡый ҙа 13 майҙа ял итә, 14 майҙа — бер уҡыу көнө, ә һуңынан — йәнә ял. Халыҡ, Мәскәүҙәге кеүек, 14 майҙы ял көнө итеүҙе һорай. Был осраҡта күптәр ҡаланан 4 көнгә сығып китә алыр ине», — тине Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Радий Хәбиров был тәҡдимде көтөлмәгән тип атаны, уҡыусыларҙың былай ҙа күп дәрес ҡалдырыуын билдәләп үтте. Республика башлығы Мәғариф министрлығына әлеге мәсьәләне өйрәнергә, әгәр мөмкин булһа, башланғысты хупларға ҡушты.

«Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ күп ҡалдырҙыҡ. Хәҙер уҡыу графигы бөтә сәғәттәрҙе иҫәпләү өсөн төҙөлгән. Ләкин беҙ быны ентекләп өйрәнербеҙ», — тип билдәләне мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин.

https://www.bashinform.ru/news/1591689-v-pravitelstve-bashkirii-predlozhili-sdelat-14-maya-vykhodnym-dnem-dlya-shkolnikov-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть