Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала ата-әсәләрҙе балалар баҡсаларындағы сығарылыш кисәһенә индереү өсөн төп шарт билдәле булды

Йәмғиәт

Башҡортостанда 11 майҙа республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә балалар баҡсаларында һәм башланғыс кластарҙа сығарылыш кисәләре мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе  Александр Сидякин ата-әсәләрҙең балаларының ғүмерендәге ошондай мөһим сарала ҡатнашырға теләүе тураһында әйтте. Ул республикалағы эпидемиологик хәл ата-әсәләрҙе сығарылыш кисәһенә индерергә рөхсәт итәме, юҡмы икәнен асыҡланы.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ата-әсәләрҙе билдәле шарттарҙа ғына сығарылыш кисәһенә индерергә тәҡдим итте.

«Шундай тәҡдимем бар: кәмендә вакцинаның беренсе компонентын алған йәки сирләгәндән һуң антисемдәре юғары булған ата-әсәләрҙе әлеге сараларға индерергә мөмкин», —  тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тураһында указға тейешле үҙгәрештәр әҙерләргә ҡушты.

«Был ғәҙел талап: әгәр улар балалар байрамына барырға теләй икән, хәүеф  менән янамауын раҫларға тейеш», — тине республика етәксеһе.
https://www.bashinform.ru/news/1591618-v-bashkirii-soobshchili-usloviya-pri-kotorykh-roditeley-dopustyat-do-vypusknykh-v-detsadakh/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть