Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында яңы ФАП асылды

Йәмғиәт

Бөгөн Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында яңы ФАП асылды. Ул урындағы халыҡтың һорауы буйынса төҙөлгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре менән килгән ваҡытта улар уға ошондай үтенес менән мөрәжәғәт иткәйне. Ауылдағы иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты янып юҡҡа сыҡҡан. Яҡындағы, 2020 йылдың 9 сентябрендә Ярат ауылында асылған пунктҡа барып етеү өсөн 12 саҡрым ер үтергә кәрәк. Яңы ФАП-та 32 йыллыҡ эш стажына эйә Гөлниса Ишҡыуатова эшләй.

«2020 йылда Башҡортостанда беҙ 120 заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктын һәм табип амбулаторияһын сафҡа индерҙек. Быйыл тағы 65 модулле медицина пунктын асырбыҙ. Капиталь ФАП-тар ҙа планда бар. Медицина ярҙамын халыҡҡа яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Коронавируслы йыл арҡаһында беҙгә ҡайһы бер объекттар төҙөлөшөн бер йылға кисектерергә тура килде. Ләкин беҙ бөтә вәғәҙәләрҙе лә үтәргә тырышырбыҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
https://www.bashinform.ru/news/1589597-v-derevne-yarmukhametovo-baymakskogo-rayona-zarabotal-novyy-fap/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ФАП-тар
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть