Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы сайтын билдәһеҙҙәр емереп ингән

Мәҙәниәт

2021 йылдың 28 апреле кисендә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһын ойоштороусыларҙың электрон почтаһын билдәһеҙ шәхестәр емереп ингән һәм ҡайһы бер килгән хаттарҙы юҡ иткән, улар араһында акцияла ҡатнашусыларҙың эштәре бар.

Хәҙер ойоштороусылар килтерелгән зыянды кәметергә тырыша, әгәр 30 апрелдә көн дауамында эштәрен электрон почтаға ебәргән ҡатнашыусылар сертификат алмаһа, уларҙан, исем-шәрифтәрен күрһәтеп, электрон почтаға хат ебәреүҙәрен һорай.

«Кәңәшләшкәндән һуң, беҙ ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт ебәрҙек, улар мутлашыусыларҙың ниндәй ip-адрестан эш итеүен асыҡлай. Беҙ, ойоштороусылар, Роскомнадзорға һәм прокуратураға әлеге осраҡты тикшереүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек», — тине Башҡорт телен һаҡлау фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова.

https://www.bashinform.ru/news/1589519-sayt-aktsii-mezhdunarodnyy-diktant-po-bashkirskomu-yazyku-vzlomali-neizvestnye/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: диктант
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть