Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

1 майҙа өфөләрҙе «Барыһы ла баҡса өсөн» йәрминкәләренә саҡыралар

Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында 1 майҙа «Барыһы ла баҡса өсөн» йәрминкәләре була, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Үҫентеләр менән һатыу итеү ике майҙансыҡта ойошторола:

— Дим районында Хәҡиҡәт урамында — Таллин урамынан Ухтомскийға тиклем;

— Ленин районында Әхмәтов урамында – «Тулҡын» скверы янында.

«Республиканың емеш-еләк питомниктарын һәм һатыу өсөн махсус шарттар талап итмәгән ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙе йәрминкәлә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Көндәрҙең йылыта башлауын иҫәпкә алып, ауыл хужалығы йәрминкәһендә температура режимын үтәмәйенсә ит, ит-һөт ризыҡтары менән сауҙа итеү тыйыла», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.

Йәрминкәләр иртәнге 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/1589480-1-maya-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarki-vse-dlya-sada-i-ogoroda/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть