Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

«Башинформ» — 2021 йылдың I кварталында өҙөмтә килтереү буйынса беренсе урында

Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2021 йылдың беренсе кварталы өсөн Башҡортостандың медиаресурстары рейтингын әҙерләне. Тәүге урында – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (өҙөмтә килтереү индексы 135,93), артабан Gorobzor.ru (119,48) һәм Mkset.ru (52,47).

Шулай уҡ улар араһында «Коммерсантъ-Башкортостан» гәзите (52,38), Prufy.ru (51,53), Ufa.rbc.ru (50,80), Башҡортостан юлдаш телеканалы (37,54), «Эхо Москвы в Уфе» радиоһы (37,32), «Комсомольская правда – Уфа» гәзите (36,96), Tdnu.ru интернет-ресурсы (29,06) бар.

Рейтинг 63 меңдән ашыу йоғонтоло сығанаҡты: ТВ, радио, гәзит- журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет-киң мәғлүмәт сараларын үҙ эсенә алған «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәт базаһы нигеҙендә төҙөлгән.

«Башинформ» — республика киң мәғлүмәт саралары араһында өҙөмтә килтереү буйынса алыштырғыһыҙ лидер.

https://www.bashinform.ru/news/1589411-bashinform-stal-liderom-tsitiruemosti-za-i-kvartal-2021-goda/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть