Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Янғынға бәйле Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында хәрәкәт сикләнде

Йәмғиәт

Белорет районында сыҡҡан янғынға бәйле Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының  205-се саҡрымында хәрәкәт ябылды. Әле урында юл-патруль хеҙмәте экипаждары эшләй. Был участканы Сермән ауылы аша урап үтергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр Дәүләт автоинспекцияһынан.

Авариялы участка урынында хәрәкәт 2 майға тиклем ябылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 апрелдә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Белорет районы Сермән ауылында газ үткәргес торбаның яныуы тураһында хәбәр килгән. Газ үткәргес торба иртәнге етелә яна башлаған. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көсө килгәс, яныу зонаһын һүндергәндәр. Урынға 38 хеҙмәткәр һәм 15 берәмек техника килгән.

https://www.bashinform.ru/news/1589321-iz-za-pozhara-na-trasse-ufa-inzer-beloretsk-ogranichili-dvizhenie-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: янғын
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть