Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына 4 майҙан 7-һенә тиклем дистанциялы уҡыуға күсергә рөхсәт ителде

Йәмғиәт

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына 4 майҙан 7-һенә тиклем дистанциялы уҡыуға күсергә рөхсәт ителде. Илдең Мәғариф һәм фән министрлығы тейешле бойороҡ сығарҙы.

«Ойошма етәкселәре дистанциялы белем биреү технологияларын ҡулланып, белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырырға хоҡуҡлы», — тиелә бойороҡ тексында.

Өфө дәүләт авиация техник университетында «Башинформ» агентлығына мәғлүмәтте раҫланылар. Юғары уҡыу йорто студенттары 4-7 майҙа өйҙән уҡый.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары студенттары 1 майҙан 10-ына тиклем өҫтәмә каникулға сығыуы мөмкин. Был турала фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев әйткәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты Владимир Путин 2021 йылдың 1 майынан 10-ына тиклем эшләмәү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/1588969-vuzam-v-regionakh-rf-razreshili-pereyti-na-distantsionnoe-obuchenie-s-4-po-7-maya-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть