Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республика властары эшһеҙҙәр һанын икеләтә кәметергә йыйына

Иҡтисад

2021 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һанын 35-36 мең кешегә тиклем кәметеү күҙаллана. Был турала бөгөн «Хеҙмәт баҙары & Коронавирус: кем кемде?» матбуғат конференцияһында республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников хәбәр итте.

«35-36 мең эшһеҙ – төп прогноз. Әгәр беҙ федераль кимәлдә ҡабул ителгән саралар йәһәтенән эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләһәк, эшһеҙҙәрҙең ошо күрһәткестән түбәнерәк тә булыуы ихтимал, — тип белдерҙе Юрий Мельников, «Башинформ»дың һорауына яуап биреп. — Дөйөм эшһеҙлеккә килгәндә, алдыбыҙҙа 2019 йылғы күрһәткестәргә, пандемияға тиклемге осорға кире ҡайтыу бурысы тора.

Был – иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтан 4,4 процент эшһеҙ. Башҡортостан өсөн был әһәмиәтле күрһәткес, сөнки ул – һуңғы 26 йылда иң түбәне».

Хеҙмәт министры урынбаҫары әйтеүенсә, республиканың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты йәки мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙең вакансиялар һанына нисбәте лә бергә тиклем кәмергә тейеш.

«Беҙ хеҙмәт баҙарын йәнләндереү һәм уның төп күрһәткестәрен яҡшыртыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ», — тине Юрий Мельников.
Хәҙер республикала рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны – 67 меңдән ашыу. Ошо ваҡыт эсендә эшһеҙлек кимәле — 6,82-нән 3,69 процентҡаса, ә көсөргәнешлек коэффициенты 3,5-тән 1,4-кә тиклем кәмегән.

https://www.bashinform.ru/news/1588943-vlasti-bashkirii-namereny-vdvoe-snizit-chislennost-bezrabotnykh-/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть