Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Май байрамдарында Башҡортостан почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә

Йәмғиәт

Май байрамдарында Башҡортостан почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә. 1 һәм 9 май – республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял көнө.

«30 апрелдә һәм 8 майҙа бөтә элемтә бүлексәләре бер сәғәткә иртәрәк ябыла. 2 майҙа почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй, — тип хәбәр итте Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — 3 майҙа Рәсәй почтаһы бүлексәләре клиенттарҙы – шәмбе, ә 10 майҙа йәкшәмбе графигы буйынса ҡабул итә. 4 майҙан 7-һенә тиклем бүлексәләр ғәҙәти тәртиптә эшләй».

Федераль почта элемтәһе идаралығында белдереүҙәренсә, ауыл ерендәге почта бүлексәләре өсөн башҡа эш режимы билдәләнеүе мөмкин. Май байрамдарында почтальондар пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән алдан килешелгән график буйынса тарата.

https://www.bashinform.ru/news/1588932-v-bashkirii-izmenitsya-rezhim-raboty-pochtovykh-otdeleniy-v-mayskie-prazdniki-/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть