Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң сауҙа үҙәгендә тәүге намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды

Йәмғиәт

«Башҡортостан» лайф-стайл үҙәгендә республикала сауҙа үҙәгендәге беренсе намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды. Был хаҡта Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында белдерҙеләр.

«Ғибәҙәт ҡылыу өсөн күп кәрәкмәй: таҙа яҡты бина. Ошо ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә ун квадрат метр етә. Был бүлмәләр мосолмандарҙан тыш, намаҙ уҡыуҙы тыныс ҡына башҡарырға теләгәндәрҙең һәммәһе өсөн дә асыҡ», — тип билдәләне Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин.

«Юлсы» проекты етәксеһе Алмаз хәҙрәт Вәлиев һүҙҙәренсә, әле тимер юл станцияларында ошондай бүлмәләр асыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла.

«Өфө тимер юл вокзалы бинаһында шундай бүлмә булырға тейеш, — тип иҫәпләй Алмаз хәҙрәт. —  Был эш Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының башҡа эш йүнәлештәренә: Башҡортостан трассаларында модулле ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләрен төҙөү һәм сәйәхәтселәр – республика ҡунаҡтары һәм уның халҡы өсөн хәләл-френдли ойоштороу проектына ла оҡшаш», — тип билдәләне ул.

https://www.bashinform.ru/news/1588804-v-torgovom-tsentre-ufy-otkrylas-pervaya-molelnaya-komnata/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: дин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть