Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында тәбиғәттә шашлыҡ ҡыҙҙырыу ҡағиҙәләре һәм янғынға юл ҡуймау тураһында һөйләнеләр

Йәмғиәт

Ташҡынға бәйле хәл буйынса брифингта Башҡортостан Республикаһы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов май байрамдарында шашлыҡ әҙерләгәндә янғын хәүефен кәметеү хаҡында һөйләне.

Эдуард Иҙрисов һүҙҙәренсә, мангалды яҡындағы биналарҙан һәм ҡоролмаларҙан – биш метр, ҡатнаш урмандан – 30 метр, ылыҫлы урмандан 100 метр алыҫлыҡта ҡуйырға кәрәк.

Мангалдың япраҡтар һәм ҡоро үлән янында тормауы мөһим. Шул уҡ ваҡытта ҡул аҫтында янғын һүндереү саралары, мәҫәлән, һыу булырға тейеш.

«Янғынға юл ҡуймау өсөн ағас күмерен файҙаланыу хәүефһеҙерәк. Ут тоҡандырыу өсөн махсус шыйыҡса файҙаланабыҙ, ҡоро үләнгә ҡабынмаһын өсөн аҙ ғына миҡдарҙа. Янып ятҡан усаҡҡа шыйыҡса һибергә ярамай», — тине Иҙрисов.

Шашлыҡ бешергәндән һуң күмергә күп итеп һыу һибергә кәрәк. Ут менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә тәҡдим ителә, тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Бынан алда «Башинформ» республикала ҡоро үләндең яныуы сәбәпле тәүлек эсендә 17 янғын теркәлеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1588853-v-mchs-rasskazali-kak-pozharit-shashlyk-v-mayskie-prazdniki-i-ne-ustroit-pozhar-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть