Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала май байрамдарында пенсия таратыу графигы билдәләнде

Иҡтисад

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе май каникулдарында пенсия таратыу графигын хәбәр итте.

Рәсәй Пенсия фондында белдереүҙәренсә, майҙа пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр графикка ярашлы – 3 майҙан таратыла.

Яҡынлашып килгән байрам көнө – 9 май өсөн аҡса 6, 7 һәм 8 майҙа бирелә. Байрам һәм ял көндәре өсөн таратыу датаһы апрель пенсияһы квитанцияһында күрһәтелгән.

Банкка аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 майҙан башлап күсерелә.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,173 миллион пенсионерға пенсия түләй. Бынан тыш, федераль льготаға эйә булған 299 мең кеше аҡса ала. Тағы 139 мең кешегә федераль социаль өҫтәмә аҡса түләнә.

Бөгөнгә апрель өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләү ваҡытында һәм тулы күләмдә таратылған. Барлыҡ түләүҙәрҙе финанслауға 19,6 миллиард һум йүнәлтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/1588604-v-bashkirii-opublikovan-grafik-dostavki-pensiy-v-mayskie-prazdniki/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть